Көҙгө лагерҙы асыу көнө

Октябрь 31, 2022 Просмотров: 34
Октябрь- көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы.Әсе елдәр иҫә,һалҡындар көсәйә төшә,иртәнгә күләүектәр боҙ менән ҡаплана,йыш ҡына ямғыр яуа.Тәүге ҡар ҙа күренде инде.
 Октябрҙең һуңғы көнө мәктәптә көҙгө лагерҙы асыу көнө менән тап килде.Бөгөн беҙ балалар менән ырыуҙарға бүлендек,атрибуттар эшләнек,гимндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөк.
  Уҡыусыларҙың урамда һәм юлда хәүефһеҙ йөоөү ҡағиҙәләре буйынса уйындар һәм ярыштар үткәрҙек.Төшкө аштан һуң башҡорт көйөнә башҡорт халыҡ бейеүенең  хәрәкәттәрен өйрәндек.