Елка
Декабрь 24, 2022
Просмотров: 16
24 декабрҙә Талбазы Мәҙәниәт һарайында уҡыу һәм спорт алдынғылары, төрлө кимәлдәге олимпиада еңеүселәре өсөн ойошторолған Шыршы байрамында Мораҙым мәктәбенән 8-се класс уҡыусыһы Дилмөхәмәтова Рита менән 9-сы класс уҡыусыһы Сатлыкова Гөлзифа ла ҡатнашты. Сағыу костюмдар кейгән әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән балалар шыршы тирәләй бейене, йырҙар йырланы. Тамаша залында "Яңы йыл мажаралары" ҡаранылар. Һәр уҡыусы Яңы йыл күстәнәсе алып ҡыуанды. Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.