Новогодний бал-маскарад
Декабрь 29, 2022
Просмотров: 22
Яңы йыл - барыбыҙҙың да иң яраткан байрамдарҙың береһе. Уны кескәйҙәр генә түгел, ололар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Бөгөн, 28 декабрҙә, Мораҙым мәктәбендә "Яңы йыл мажаралары" үтеп китте. Байрам бик күңелле булды. Түрҙә - ҡупшыҡай шыршы урын алған. Мәктәп администрацияһы, уҡытыусылар, уҡыусылар исеменән "Урал" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Иштуғанов Рәмил Таһир улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Рәмил Таһир улы мәктәпкә байрам символы - шыршы, гирлянда һәм семәрле уйынсыҡтар, балалар баҡсаһына шыршы уйынсыҡтары һәм кескәй дуҫтарыбыҙға тәмлекәстәр һалынған Яңы йыл тоҡтары алып бирҙе. Уҡыусыларҙың эшләгән һүрәттәре, сағыу костюмдары, йыр-бейеүҙәре өсөн алған символик бүләктәре һәм тәмлекәстәре лә Иштуғанов Рәмил Таһир улы һәм Йосопов Рәлиф Риф улы бүлгән аҡсалата ярҙам иҫәбенә алынған. Рәмил Таһир улы һәм Рәлиф Риф улы - һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Эшегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!!!